Тәнзилә Хәмзә ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтының "Рус теле һәм әҙәбиәте" факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын 1971-1972 уҡыу йылында Шишмә ауылы мәктәбендә уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары булып башлап ебәрә. 1975 йылдан тыуған ауылы Таймаҫ мәктәбендә 22 йыл директор урынбаҫары, 10 йыл мәктәп директоры булып, уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтеп, 44 йыллыҡ эш стажы менән хаҡлы ялға сыға. Яҡшы, тырыш хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы исемен яулай. Талапсан уҡытыусы, яуаплы етәксе булараҡ, уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, ауылдаштары араһында абруйы ҙур булды. Кешелекле, ярҙамсыл, хәстәрлекле директорҙы коллегалары әле лә хөрмәт итәләр, уның кәңәшенә ҡолаҡ һалалар, күрһәткән изгелектәрен онотмайҙар.
Тормош иптәше Рәми Тимербай улы менән 3 балаға ғүмер бирәләр. Өлкән улдары Айбулат Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Кинйә ҡыҙҙары Әлиә, 3 бала әсәһе, тормош иптәше менән Өфө ҡалаһында эшләп йөрөйҙәр, үҙ йорттарында гөрләтеп донъя көтәләр.
Бәхетле өләсәй, һөйөклө әсәй, уңған ҡатын яҙмышына ҡәнәғәт булып, Хоҙайға шөкөр итеп, уҡыусыларға әле лә ярҙам итеп, яҡты йөҙ, ҡайнар йөрәк, эскерһеҙ күңел менән донъя көтә.
Хөрмәтле Тәнзилә Хәмзә ҡыҙы, балаларыңдың, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, Хоҙай биргән ғүмереңде йәшә лә йәшә!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, тәбрикләйбеҙ, сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар теләп ҡалыусы бергә эшләүсе коллегаларың.