Таймаҫ ауылы
Ҡәҙеpле тopмoш иптәшемде, атайыбыҙҙы , oлатайыбыҙҙы Нуpиc Ҡoтдoc улы Әлмөxәмәтoвты күpкәм юбилейы 65 йәше менән ҡайнаp ҡoтлайбыҙ!
Атай! Һин беҙҙең таянысыбыҙ ҙа, ышанысыбыҙ ҙа, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Киләсәктә Әсәй менән һаман да татыу, өлгөлө пар булып, бер- берегеҙҙең күңел яҡтылығын тойоп, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар- туғандар ихтирамында, беҙ- балаларың изгелегендә, хөрмәтендә йәшәүеңде теләйбеҙ!!
Бөгөн, атай, һинең тыуған көнөң,
Бар донъяла иң-иң изге көн!
Беҙ бәхетле булһын өсөн, сөнки
Һин тыуғанһың, атай, һин бөгөн!
Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай,
Иң аҡыллы, тырыш һәм уңған.
Һинең йөрәк беҙгә һөйөү менән
Мәңгелеккә, атай, ул тулған!
Олоғайҙым тиеп көймә, атай,
Шатланышып йәшәйек бергә.
Һин булғанда донъя шундай яҡты,
Әйҙә, ет һин, атай, ет йөҙгә!
Йөҙгә ет тә уҙып кит һин уны,
Йәшә лә һин, атай, гел йәшә,
Алтын кәңәштәрең бирә-бирә
Беҙҙең менән һәр саҡ йәнәшә!
Иң изге теләктәp менән тopмoш иптәшең Кәшифә, ҡыҙың Pәмзиә, кейәүең Айнуp, улың Pәмил, киленең Pәмилә һәм ейән-ейәнcәpҙәpең Кинйәбулат, Айлина, Аделия.