Шәбағыш биләмәһенә ҡараған Егорьевка ауылынан. 2023 йылдың май айында, үҙ теләге менән, махсус хәрби операцияға юлланғайны. Азамат үҙе генә бындай ҡыйыу аҙымды яһамаған, ә бер туған ағаһы ла яу яланында. Әле класташыбыҙ ҡыҫҡа ялға ҡайтты.
- Ҡайтҡан һайын район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимовҡа барам, күрешеп, һөйләшеп ултырабыҙ. Ауылға юл юҡмы, утын кәрәкме, башҡа проблема булһынмы ул һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлай һәм ярҙам итергә ашҡынып тора. Был юлы ла осраштыҡ, рәхмәт Урал Дамир улына, - ти Азамат Юнир улы.
Класташыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Тиҙерәк илдәр тынысланып, уның ялға ғына түгел, ә бөтөнләйгә туғандары янына ҡайтыуын теләйбеҙ.
Класташтары исеменән, Айгөл Халиҡова