Бөтә яңылыҡтар

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ап-аҡ ҡарға төрөнгән ҡыштың икенсе айы 22 ғинуарында донъяға килгән Флорида Фирҙәт ҡыҙы Баймөхәмәтова.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

Башланғыс һәм урта белемде Күмертау ҡалаһының 5-се мәктәбендә белем алып, 9 класҡа 3-сө БРГИға килергә ҡарар итә тырыш ҡыҙ.
9-11 кластарҙа уҡығанда уҡыусыларҙың иң яратҡан һәм хөрмәт иткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нур Хөснолхаҡ улы Туҡаев класына эләгә. Оло йөрәкле, киң күңелле, үҙ предметын яҡшы белгән һәм балаларға ла был предметҡа ҡарата һөйөү уята алған уҡытыусының класына эләгеүенә ҡыуанып бөтә алмай ул. Рус телле мәктәптә уҡып килһә лә, йәй көндәрен тулыһынса тиерлек ауылда өләсәһендә үткәргәнгәме икән, башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныуы көслө була. Шулай уҡ ошо мәктәптә эшләүсе инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Хөснолхаҡ ҡыҙы ла үҙ предметына ҡарата һөйөү уята унда...

Гөлсәсәк ӘМИНЕВА, Мәләүез ҡалаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас