Тик әлегеләй сатлама һыуыҡ түгел, ә буран ҡупҡан ваҡыт, һине, урындағы табиптар яман сире бар тип, ҡурҡытҡас, Өфөгә алып киттек. Бәләкәй генә баланың ниндәй ҙур ауырыуы булһын, һиңә өс йәштәр самаһы ғына ла баһа! Шунда, республика дауаханаһына илткән һуҡмаҡ буйлап, тубыҡҡа тиклем ҡарҙы ярып, күтәреп алып китеп барам.
- Балам, мин һине ғүмере буйына күтәреп кенә йөрөтөрмөн, шәбәй генә, йәме!
Бәхеткә, ҙур сир тигәне бик ҙур булмай сыҡты, әллә ауырыу үҙе һиңә - бер гонаһһыҙ сабыйға - ныҡлап ҡағылырға баҙнат итмәне, шәбәйҙең. Ҙур үҫтең.
Ә беҙҙең өсөн һин һаман да ана шул саҡтағы бәләкәс ҡыҙһың, әле лә бергә, көрттәрҙе яра-яра, әсе елгә иғтибар итмәҫкә тырышып, китеп барабыҙ. Арыһаң, шунда уҡ күтәреп алырға әҙербеҙ.
Тыуған көнөң менән, балаҡай.