Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!

Беҙҙең ҡәҙерле атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Минияр Әүхәҙи улы ХӘЙБУЛЛИНды матур ғүмер байрамы - 75 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы, изге теләктәребеҙҙе еткереп ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!

Ҡәҙерлебеҙ, һинең алсаҡ, ярҙамсыл күңелеңде, туған йәнлелегеңде, тырышлығыңды әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Атайыбыҙ бала саҡтан тырыш булған, Маячныйҙағы училищены тамамлағас та “Рәсәй” колхозында тракторсы булып эш башлай. Һуңынан 1973 йылға тиклем Совет Армияһында хеҙмәт итә. Ил алдындағы үҙ бурысын үтәп ҡайтҡас урмансы булып эшләй. 1976 йылда Ермолаевола ауыл хужалығының аҙыҡ-түлек әҙерләү контораһында һәм бер юлы Мәләүез урмансылығында урмансы булып хеҙмәт итә. Уңған, тырыш ҡәҙерлебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай, ул фермер хужалығы менән шөғөлләнә, "Бөйөк Башҡортостан" тип аталған шәхси коллекция музейын төҙөй һәм әле лә ошо эш менән шөғөлләнеүен дауам итә. Музейының күсмә күргәҙмәләре өсөн күп төрлө грамоталар һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Мәләүез һәм Көйөргәҙе раондарының Почетлы гражданины исемен ала. Дәүләт урман һағы урмансыһы булып эшләгәндә “Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы” һәм “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Шулай уҡ уның хеҙмәттәре «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл», «Берҙәмлек-Теләктәшлек-Ғәҙеллек” быуат, “Ал да нур сәсә халҡыңа” миҙалдары, Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыллығына арналған иҫтәлекле юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Ҡәҙерле кешебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм беҙгә лайыҡлы тәрбиә, киләсәк көндәргә ышаныс биргәне, бөгөнгө көндә лә беҙҙең өсөн ныҡлы терәк һәм кәрәк булғаны өсөн, ошо күркәм ғүмер байрамыңда барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, алдыңда баш эйәбеҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Киләсәк көндәрҙә ҡайғы-хәсрәтһеҙ, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Игелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, атай, тормошта.
Атай, тиеп әйтер кешебеҙ булғас
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Атла, атай, тормош юлдарынан
Беҙҙең менән бергә йәнәшә.
Беҙгә шулай изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең

Автор:
Читайте нас