Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле

Йәмле йәйҙең бер көнөндә - 13 августа Күмертау (хәҙерге Көйөргәҙе) районының Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ – әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Шәрипова Рәйсә Кәбир ҡыҙының күркәм юбилейы-70 йәше! 

Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнлеҺин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле

Ул Кәбир һәм Хөршиҙә Бикбовтарҙың ғаиләһендә 5-се бала булып донъяға тыуа. 1973 йылда мәктәпте тамамлағас, әсәйебеҙ Мәләүез ҡалаһындағы 63-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлап, ул Мәләүез химзаводында лаборантка булып эшләй. Һуңынан тормош юлы уның Күмертау ҡалаһында башлана. Ул күп йылдар Күмертау ҡалаһында "Искра" машзаводында эшсе һөнәрсеһе булып эшләй.
Әммә бала саҡтан уҡ әсәйебеҙ уҡытыусы булырға хыялланған,тик уның хыялы 1992 йылда тормошҡа ашҡан, ул ситтән тороп Башҡорт Дәүләт университетын тамамлап, филолог, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен алды.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы Маячный ҡасабаһының 8-се урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй, бер үк ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уңышлы уҡыта.
Әсәйебеҙ ғүмер буйы үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша, күп көсөн һәм ваҡытын үҫеп килгән быуынға туған телде өйрәтеүгә, милли мәҙәниәтте һәм халыҡ йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә бағышлай.
Ансамбль ойошторолған мәлдән, йәғни 1981 йылдан, ул Кинйә Арыҫланов исемендәге Күмҽртау ҡалаһының башҡорт фольклор ансамбленең әүҙем ҡатнашыусыһы була. 1998 йылдан ул ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы. 2019 йылдан «Ағинәйҙәр» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе итеп һайлана һәм был эште әлеге көндә лә уңышлы, ижади алып бара. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Ермолаевка ҡасабаһындағы «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында администратор булып та эшләй ул.

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ өлгөлө ғаилә башлығы. Ул беҙгә, ике ҡыҙына, яҡшы тәрбиә биреп үҫтереп, уҡытып, оло юлға аяҡ баҫырға ярҙам итте, беҙ ҙә әсәйебеҙ юлынан китеп, педагог һөнәрен һайланыҡ.
Әлеге көндә уның тормошонда яҡын кешеһе — Фәрит бар. Ул уның бөтә эштәрендә лә төп терәге һәм серҙәше.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн әсәйебеҙ күп кенә наградаларға һәм маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ: ул - «Хеҙмәт ветераны», Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының «Мәғариф алдынғыһы», патриотизмы, милли мәҙәниәтте һәм башҡорт халҡының традицияларын үҫтереүгә индергән ҙур хеҙмәте өсөн «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» башҡарма комитетының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын алды.
Ҡәҙерлебеҙ, донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда баш эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, сикһеҙ бәхет, ҡыуаныстар, үҙеңде яҡшы тойоп, сәләмәт булып, дәртле кәйефтә оҙаҡ йылдар Фәрит абзый менән татыу ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, ҡәҙерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Һинең көнөң бөгөн, әсәй!
Йылмай, көл тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр бәхет төшөрһөн
Ҡояш төҫлө сағыу йөҙөңә.
Ныҡлы һаулыҡ бирһен Хоҙай үҙеңә,
Көс, дәрт ташһын күңелеңдә.
Мең-мең рәхмәт, әсәй, тик һиңә,
Беҙ бәхетле һин булғанға был ерҙә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәрит, ҡыҙҙарың Вҽнҽра һәм Эльвира, кейәүҙәрең Айрат һәм Филюз, ейән-ейәнсәрҙәрең Ильнара, Ильвина, Марат, Рената, Рафаэль һәм София.

Автор:
Читайте нас