Ышаныслы дуҫ

Был донъяла һәр кешегә ысын һәм ышаныслы дуҫ кәрәклеге тураһында әйтеп тороу артыҡ.

Ышаныслы дуҫЫшаныслы дуҫ
Ышаныслы дуҫ

Дуҫтарҙан уңдым мин, Аллаға шөкөр. Бала саҡтан бергә уйнап үҫкән дуҫ малайҙар (беҙҙең урамда ҡыҙҙар булманы, шуға күрә ағайыма, уның дуҫтарына эйәреп йөрөнөм), хәҙер ғаиләләр ҡороп, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралһаҡ та, дуҫтар менән аралар һыуынманы, аралашып, ҡатышып йәшәйбеҙ.
Ошо көндәрҙә матур йәшлек юбилейын билдәләгән - Айбулат Азамат улы Үлмәҫбаев та тап ана шундай ярҙамсыл, ышаныслы, бала саҡ дуҫым минең. Ауылда үткән йылдарҙа бик һиҙелмәһә лә, ситкә киткәс уның ярҙамын, яҡлауын яҡшы тойҙом. Мин Күмертау педагогия колледжына уҡырға килгәндә, Айбулат дуҫ икенсе курсҡа күскән ине. Ауылдан сит ергә килгәс ҡаушап ҡалғанда, эргәңдә яҡлап, ярҙам итеп тороусы, ышаныслы кешең булыуы ҙур шатлыҡ икәнен тап шунда аңланым. Тәүге көндән үк ҡурсалап, үҙе белгәндәргә өйрәтеп, уҡытыусылар менән аралашыу серҙәренә төшөндөрөп йөрөттө мине Айбулат дуҫ. 20 минутлыҡ тәнәфестә буй-буй сиратта тороп, башҡаларҙан ҡалған ризыҡты ашап өлгөрһәң бик хуш ине. Колледждың тәртибенә инде төшөнөп, ашнаҡсы апайҙар менән танышып бөткән Айбулат дуҫ мине һәр саҡ сиратһыҙ үткәрҙе. Бала саҡтан бергә үҫкән дуҫым, тап ошо, колледжда уҡыған йылдарҙа һыналып, ғүмерлеккә ышаныслы, ысын дуҫым булып ҡалды.
Бөгөнгө көндә лә, ниндәй генә мәсьәлә менән мөрәжәғәт итһәк тә, һәр саҡ бәйләнештә булған дуҫыбыҙ, ваҡыт тарлығына ҡарап тормай, эше менән, аҡыллы кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Шулай бала саҡ дуҫым, ышанысты аҡлап, шатлыҡта ла, ауырлыҡтарҙа ла йәнәшәлә атлай. Йыл һайын, йәмле йәй мәлдәрендә дуҫтар менән осрашып, бала саҡ хәтирәләрен иҫкә алып, аралашып йәшәйбеҙ.
Бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашырып, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеп, эшендә уңып, матур ғаилә ҡороп йәшәгән дуҫымды күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайым! Уға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Ихлас, изге, ярҙамсыл күңелең гел шулай алсаҡ булһын, йөҙөңдән шат йылмайыуың һис ҡасан китмәһен. Киләсәктә лә дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәй, бергә-бергә йәшәргә булһын.
Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА, Өфө ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас