

Йыраҡ рейстарға сығыусы водителдәрҙе халыҡ телендә йыш ҡына "дальнобойщиктар" тип тә йөрөтәләр, улдарым Радик менән Венер тап ана шул "дальнобойщиктар" инде. Был эш ҙур яуаплылыҡ талап итә. Улар иртәнән кискә тиклем, ә ҡайһы саҡта төндәрен дә руль артында ултыра. Юлдары ла төрлөсә була: ҡай саҡ ҡояшлы һәм тигеҙ, ә ҡайһы ваҡыт ҡарлы-буранлы, ямғырлы, тайғаҡ. Ошондай ауырлыҡтарға ҡарамай, улар йөктө тейешле урынға ваҡытында алып барып еткерергә тырыша, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡала.
Улдарымдың водитель һөнәрен һайлауына атайҙары, тормош иптәшем Хәсән Миннибулат улы сәбәпсе. Ул совхоздың тәүге водителе булды, тиһәң дә була, уның намыҫлы хеҙмәт юлы төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде, эшендә хөрмәткә лайыҡ булды ул. Улдарыбыҙ гел генә атайҙары янына ултырып, техника менән ҡыҙыҡһынып, был һөнәрҙең бар нескәлектәрен белеп үҫтеләр.
Венер улым көнө төнө руль артында булыуына ҡарамаҫтан бына инде 8 йыл дин юлында. Үҙ ҡарары менән ошо изге юлға баҫыуына ҡыуанып бөтә алмайым. Үҙе плакаттарҙан ҡарап ғәрәп телен өйрәнеп Аллаһы Тәғәлә юлына баҫты. Шул көндән алып оло юлдарҙа йөрөһә лә, ҡайҙа ғына булһа ла биш намаҙын ҡалдырмай уҡып йөрөй. Миңә әсә кешегә улымдың дөрөҫ юлға баҫыуын күреү оло бәхет. Себер тарафтарында эшләп йөрөгәндә, бер иптәше фото төшөрөп ебәргән, балам К700-ҡа куфайкаһын түшәгән дә намаҙ уҡып ята. Шул фотоны күреп ултырып илап алдым хатта. Тәгәрмәс өҫтөндә йәшәп үтә ғүмере, ни хәл итәһең инде тормош шулай ҡоролған.
Бала саҡтан тырыш булды ул, 1981 йылдың 19 авгусында донъяға килде. Ҡаты ауырыны балам, шул ауырыуҙы еңеп сыға алдыҡ. 13 йәшлек сағында 6 ай дауахананан сыҡмай ятты. Күмертауҙа ла дауаланылар, Өфөгә алып киттеләр, операциялар үтеп, шул йырып сыға алмаҫлыҡ ауырлыҡтарҙы, ауырыуҙы еңеп сыҡты, Аллаға Шөкөр. Балаҡайымды йәлләйем инде, әле булһа ла уның өсөн хафаланып торам.
Хеҙмәт юлын да иртә башланы ул, Маяҡ ҡасабаһында шофер һөнәрен үҙләштереп сыҡты, шунан совхозда К700-та эш башланы, унан киткәс Себер яҡтарында ла йөрөнө, Өфөлә шәхси эшҡыуарҙарҙа эшләп йөрөнө. Үҙен белә белгәне бирле руль артында булды. Бер аҙ ваҡыт үткәс, юҡ былай булмай, кеше байытып йөрөп булмаҫ тип, үҙ тырышлыҡтары менән үҙенә ҡыйбатлы йөк машинаһын һатып алып, эш башлап ебәрҙе, һуңғараҡ уға тағылма арба ла алып ебәрҙе. Бөгөнгө көндә шул үҙ машинаһында 5 намаҙын ҡалдырмай, оҙон юлдарҙа, Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән йөрөп ята.
Йәштәштәрен дә дингә әйҙәп, мөрәжәғәт видео яҙмалар төшөрөп интернет селтәрҙәрендә тарата, өйҙә булған саҡтарында Күмертау ҡалаһы мәсетенә йөрөй, юлдарҙа ауыр булһа ла ураҙаны ла ҡалдырмай тота йыл һайын.
Улымдың бәхетенә киленебеҙ Зәлиә тап булды, 22 йыл элек матур ғаилә ҡорҙолар, улдары Динислам менән ҡыҙҙары Сабинаны матур тәрбиә биреп үҫтерәләр. Ейәнебеҙ Динислам колледжа уҡып бөтөп, һөнәр үҙләштерҙе, ул йыш ҡына атаһына эйәреп оло юлға сыға, уға оҡшап техника менән ҡыҙыҡһына, гел атаһы янында йөрөй. Ейәнсәребеҙ Сабина ла тырыш ҡыҙ, колледжа тырышып уҡып йөрөй, ул әсәһенең иптәше, ярҙамсыһы.
Тәгәрмәстәр тәгәрәй ғүмер, бына әле генә бәләкәс кенә булып йөрөгән улым да ир ҡорона етеп, 45 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Венер улымды матур ғүмер байрамы менән ҡотлайым, уға ҡарап ҡыуанам, ғорурланам. Уға иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем, йөрөгән юлдары гел уң булһын, фәрештәләр һаҡлап йөрөһөн үҙен.
Һәр балама айырым доға ҡылып, улдарым, ҡыҙым, ейән-ейәнсәрҙәремде уйлап, уларға иҫәнлектәр теләп кенә ултырам.
Аллаһы Тәғәләгә ошондай иманлы, тәрбиәле, тырыш, аҡыллы, тәүфиҡлы балалар биргәне өсөн рәхмәттәр уҡып, доға ҡылам.
Нажия Байғужина, Ялсыҡай ауылы