Мөләйем һылыу

Июль айында, ауырыу сәбәпле, табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килде.

Мөләйем һылыуМөләйем һылыу
Мөләйем һылыу

Уколдар һалырға тинеләр, ә минең көн дә такси менән йөрөрлөк хәлем юҡ ине. Өйгә килеүҙәрен һораным, шунан миңә шәфҡәт туташы килеп уколдар һала башланы. Яғымлы ҡарашлы, мөләйем был һылыу бер күреүҙә үк оҡшаны. Ул Лилиә Шәрәфетдинова. Иң тәүҙә поликлиникала ауырыуҙарҙы ҡарай, эшен бөткәс миңә килә бит әле. Шулай итеп, 15 көн миңә укол һалырға йөрөнө. Уның тылсымлы ҡулдарынан яһалған бер укол да шешмәне. Был изге күңелле, итәғәтле, иғтибарлы, ихтирамлы шәфҡәт туташы Лилиә Рөстәм ҡыҙына оло рәхмәттәремде әйтеп, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаиләһендә именлек, эшендә уңыштар теләп ҡалам.
Флүрә МИРАСОВА, Күмертау ҡалаһы

Автор:
Читайте нас