

Әле ҡасан ғына береһенән береһе бәләкәй, ҡулдарына матур-матур гөлләмәләр, сәскәләр тотҡан ҡыҙҙар, малайҙар уҡытыусыбыҙ артынан бәпкәләрҙәй теҙелеп класыбыҙға үткәйнек. Шул көндән башлап белем усағы беҙҙең өсөн икенсе өй, уҡытыусыбыҙ иһә әсәйҙән ҡала икенсе иң яҡын кешебеҙгә әүерелде. Беҙҙең мәктәптә өйрәнгән һәр хәрефтәр, яңы һүҙҙәр, тормош серҙәре, яҡшы сифаттар, үҙләштергән белемдәр өсөн беҙ һеҙгә рәхмәтлебеҙ. Төплө белем генә түгел, үҙ ғүмеребеҙгә етерлек, һәр ваҡытта ла Кеше булып ҡалырлыҡ матур тәрбиәне лә һеҙ бирҙегеҙ. Һеҙ һәр баланың күңеленә юл тапҡан, үҙ эшенә бөтә йөрәген һалып эшләгән, заман үҙгәрештәре менән бергә атлаған яуаплы ла, талапсан да, һәр яҡлап өлгөлө лә уҡытыусы. Беҙ һеҙҙең сикһеҙ сабырлыҡҡа, өлгөрлөккә, һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылып йәшәүегеҙгә, ата-әсәләр менән гел уртаҡ тел табып, һәр бала күңеленә асҡыс ярата белеүегеҙгә һоҡланып бөтә алмайбыҙ.
Уҡытыусы!
Ниндәй матур исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй!
Хөрмәтле Асия Абдрахман ҡыҙы! Беҙҙең һеҙгә рәхмәттәребеҙ, хөрмәтебеҙ сикһеҙ! Һеҙ уҡытҡан һәр бала, һәр ата-әсә исеменән һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел бөтөнлөгө, именлек теләйбеҙ. Һеҙҙең ярҙам, һеҙ биргән аң-белемдәр менән оло тормош юлына сыҡҡан һәр уҡыусығыҙҙың ышанысығыҙҙы аҡлап, илебеҙ өсөн кәрәкле, тыуған мәктәбебеҙ, ауылыбыҙ өсөн ғорурланырлыҡ шәхестәр булып балҡыуҙарын күрергә насип булһын. Уҡыусыларығыҙҙың яҡты киләсәге өсөн үткәрелгән йоҡоһоҙ төндәр, мәшәҡәт менән тулы көндәр, уйланыуҙар - былар барыһы ла алдағы тормошта уҡыусыларығыҙ яуланған уңыштары, матур тормоштары хаҡына яңылыҡтары, ата-әсәләрҙең рәхмәттәре, изгелектәре булып үҙегеҙгә кире ҡайтһын. Һеҙгә тип ниндәй теләктәр теләһәк тә, ниндәй аҫыл бүләктәр эҙләһәк тә аҙ булырҙай тойола. Киләсәктә сәскән изгелек орлоҡтарының мул емештәрен тиреп, түккән хеҙмәтегеҙ өсөн лайыҡлы баһа алып, тик яҡшы хәбәрҙәр, күңелле яңылыҡтар ғына ишетеп шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәгеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло, һаулығығыҙ ныҡлы, ғүмерегеҙ оҙон булһын!