Зиннур Вәлитовты. Тормошонда мөһим берәй ваҡиға булғанмы? Булған тиһәң дә була, бөгөн тап уның байрамы - Вахтовик көнө. Күмертау, Көйөргәҙе ирҙәренең байтағының байрамы, дөрөҫөндә. Ситтә йөрөгән ир-ат күп.
Был юлы Зиннур Шамил улының ялы оҙаҡҡа һуҙылды, төрлө сәбәптәр арҡаһында, һуңғы ҡайтҡанында, ҡапыл ғына ҡуҙғалып китә алманы ла ҡуйҙы. Эшһеҙ миктәне. Күмертауҙа тыны ҡыҫыла башланы - быны ситтә йөрөп өйрәнгән кеше генә аңлар. Ниһайәт, тиҙҙән юлға сығасаҡ. Әле шуға әҙерләнеп йөрөүе. Ҡунаҡҡа китеп бармай, вахтаға йыйыныуы бик етди эш. Иғтибар талап итә. Ара ла бик яҡын түгел - Удмуртия.
- Ниңә бында ғына эшләмәйһегеҙ?
Был һорау алйоттарса яңғыраны әллә, һиңмайға ҡараған һымаҡ ҡарап ҡуйҙы. Башҡаса был темаға һүҙ ҡуҙғатманыҡ, былай ҙа аңлашыла.
Юлдарығыҙ хәйерле, уңышлы булһын, тыуған илгә еләк ашарға, мәтрүшкә йыйырға ҡайтып етегеҙ.