

- Вахта ысулы менән уҡып бөткәс тә эшләй башланым, иң тәүҙә уҡыған һөнәрем буйынса иретеп-йәбештереүсе булып эш башланым. Һуңғараҡ икенсе һөнәр үҙләштереп, махсус техникала эш башланым. Шулай итеп уҙған ғүмер һиҙелмәй ҙә икән, әле миңә 36 йәш 20 йәштән алып бөгөнгәсә Себер юлдарын тапайым. Эшләү осоронда ҡайһы яҡтарҙа ғына булырға, ниндәй хәлдәргә генә тарырға тура килмәне, эш хаҡы менән алданған ваҡыттар ҙа булды. Ғаилә ҡорғас, балалар тыуғас, уларҙан айырылыуы ауыр булды, шуға күрә бер аҙ үҙебеҙҙең ҡалала эшләп ҡараным. Тик бер ситтә эшләп өйрәнгәс, бындағы эш хаҡы, шарттары ла ҡәнәғәтләндермәй, шуға күрә кире Себер яҡтарына юлландым.
Ситтә йөрөүе еңелдән булмаһа ла, тормош иптәшемде, улым менән ҡыҙымды өҙөлөп һағынһам да, ситтә эшләүемә бер ҙә үкенмәйем. Өйҙә көтөп тороусың булғанда, балаларың ҡараулы булғанда, тыныс күңел менән бер айыңды тултырып ҡайтаһың да, ҡайтҡас бер ай буйы нимә теләйһең шуны эшләйһең, бер кем дә борсомай, эш тип тәҡәтеңде ҡоротмай. Ғаиләм замандан ҡалышмай, етеш тормошта йәшәһен, донъя күрһен, тип тырышып эшләп йөрөгән көн инде, һаулыҡ ҡына булһын, Алла бирһә, ҡалғанына түҙерлек.
Вахотвиктарға арналған материалдар тулыһынса гәзиттә донъя күрәсәк.