Йәшәйеш
8 Май 2023, 11:26

Рәхәткә сыҡтылар

Һарыҡты юҡҡа аңра тиҙәр.

Рәхәткә сыҡтыларРәхәткә сыҡтылар
Рәхәткә сыҡтылар
Башҡа ерҙәрҙәгеләре, бәлки, һиңмайыраҡтыр, ә бына Көйөргәҙе районы Ялсыҡай бәрәндәре аҡыллылар. Бөгөн үҙҙәренең йөнөн ҡырҡҡан ергә үҙҙәре үк менеп ята яҙҙылар - ауыр йөндәрен күтәреп йөрөп ныҡ ялҡтылар, йонсоуҙары йөҙҙәренә сыҡҡайны хатта. 
Шулай ҙа һәр нәмәнең үҙ тәртибе, һарыҡтарҙың аяғын бәйләнеләр, мал бит ул, ҡай саҡ үҙеңдең сәсеңде алғанда ла, яңғылыш ҡайсы төртөп ебәрһә, ырғып китеп, әллә нимә эшләрҙәй булаһың. 
...Рәхәткә сыҡты бәрәндәр, өҫтәренән ауыр йөк төштө, әҙәмдәргә күп итеп рәхмәт тә әйткәндәй ҙә булдылар: баҡырыуҙары яғымлы ине. 
Автор:
Читайте нас