Йәшәйеш
10 Май 2023, 05:34

Өҙөлгән шиғыр

- Ҡуй тим, һал трубканы.

Өҙөлгән шиғырӨҙөлгән шиғыр
Өҙөлгән шиғыр

Иртә менән бер ауылдан шылтыраталар. Оло йәштәге ағай, теге оста талашалар ҙа һымаҡ - әбейе шылтыратырға, иркенләп һөйләшергә бирмәй.
- Юҡ менән булма, һиңә нимәгә кәрәк ул?
Бабай ҙа ныҡыш, ай-вайына ҡуймай, әйтеп ҡалырға ашыға. Әйтәм тигәне - шиғыр. Оҙон ғына яҙғанға оҡшай, әммә был әҫәрҙе тулыһынса яҙып алырға ирек булманы, әбейе трубканы барыбер һалдырып ҡайҙы.
Яҙ көндәре килеп етте,
Байрамдары ла етте.
Үҙебеҙсә әйткән булһаҡ ,
Шаярыуҙары үтте.
Тик ниңәлер ...та,
Күренмәй байрам төҫө.
Еңеү менән ҡотларға,
Килмәгән түрәләр.
Иң главный урамында
Ултыра администрация,
Ҡоймаһын емереп бөткәндәр...
Яҙып өлгөрә алған өлөшө ошо. Һәр шиғырҙың морале була, быныһының аҙағы нисек бөттө, ҡыҙғаныс, белә алманыҡ.

Автор:
Читайте нас