Йәшәйеш
19 Май 2023, 08:34

Ишегемә ҡара

- Балалар аҡсаһы килгәнсе биреп тор.

Ишегемә ҡараИшегемә ҡара
Ишегемә ҡара
Бындай һүҙҙе магазин һатыусылары ятлап бөткән, теләнселәүҙең формалары төрлөсә була - пенсия килгәнсе, ирем Себерҙән ҡайтҡансы...
Бурысҡа биргәндә бирә ине, һүҙ юҡ, рәхмәт, әммә аҙаҡ яфаһы үҙ башына төштө - ҡулың менән биргәнде аяғың менән эҙләп ал - өйҙән өйгә тәпәйләп, һоранып, йөрөргә тура килде. 
Шуға, алдан уҡ белеп керһендәр тип, Көйөргәҙе районы Айсыуаҡ магазины ишегенә йәбештереп ҡуйғандар: көтәсәккә бирмәйбеҙ! 
Һин һорама, бирәһеңме тиеп,
Йонсоп бөттөм һеҙгә бирә-бирә. 
Йәлләтергә тырышма ла хатта
Ишегемә ҡара, шул да етә.
Автор:
Читайте нас