Йәшәйеш
8 Июнь 2023, 07:05

Еләк һымаҡ саҡтары

Гөлшат инәй Байназарова быйыл баҡса менән бик булышмайым тигәйне.

Еләк һымаҡ саҡтарыЕләк һымаҡ саҡтары
Еләк һымаҡ саҡтары

Олоғайҙым, йәнәһе. Олоғайтырһың уны! Һаман теремек, бер урында тик ултыра белмәгән кеше, уның был һүҙҙәренә ("баҡсаны ташлайым") ышанмағайныҡ. Һәм дөрөҫ эшләгәнек тә. Бына тәүге уңышын - еләктәрен ебәрҙе. Ашап ҡарағыҙ тип түгел, емешенең фотоларын ғына. Айсыуаҡтағы йорттары янындағы баҡсала ейәнсәре Наилә менән бергә үҫтергән уңыштары.
Ейәнсәр менән өләсәй
Ултырып алып йәнәшә,
Ауыҙға ауыҙ терәшеп,
Көн оҙоно серләшә тигән ише, өләсәй менән ейәнсәр бик килешкәндәр - һүҙҙәре, фекерҙәре лә, эштәре, аштары ла уртаҡ.
Ошо еләктәй матур, һутлы, тәмле ғүмерҙәрегеҙ бик оҙаҡҡа һуҙылһын ине. Үҙең үҫтереп, үҙең йыйғанды үҙеңә ауыҙ итеп йәшәргә яҙһын һеҙгә, өләсәй һәм ейәнсәр.

Автор:
Читайте нас