Йәшәйеш
27 Июнь 2023, 13:45

Йәй - кәкүкле таң ғына

Йырҙарҙың һүҙҙәренә бик иғтибар итмәйһең икән. 

Йәй - кәкүкле таң ғынаЙәй - кәкүкле таң ғына
Йәй - кәкүкле таң ғына
Йәш саҡта. Йырлаймы, йырлай, көйө матур, бейерлек булһа - булды. 
Олоғая барған һайын, һин тыңлар йырҙар ҙа кәмей, араларынан һайлап алып ҡына тыңлайһың - барыһы ла ҡолаҡҡа яҡмай, йыртыҡ йырҙар күбәйә.
Бына бының кеүеге сәсенә сал төшә башлағандар өсөн үтә танһыҡ: 
Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең,
Йәй - кәкүкле таң ғына. 
...Көйөргәҙе районында инәйҙәр йәйҙәрен тынсыу өйҙә түгел, тышта сәй эсә. Ағас күләгәһе аҫтында. Шулай йәтеш, шулай күңеллерәк. Ғүмер ағышы ишетелгәндәй тойола. 
Бел ҡәҙерен ғүмереңдең,
Бел ҡәҙерен ил-көнөңдөң,
Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына.
Автор:
Читайте нас