Йәшәйеш
2 Июль 2023, 04:36

"Хәҙер этте ысҡындырам!"

- Аллаға шөкөр, ауылыбыҙ зыяратын кәртәләргә тип алдан планлаштырған яғын башҡарып бөттөк.

"Хәҙер этте ысҡындырам!""Хәҙер этте ысҡындырам!"
"Хәҙер этте ысҡындырам!"

Ошо көндәрҙә ҡапҡаһын да эшләп бөтөп ҡуйырға йөрөйбөҙ. Был изге эштә ҡатнашҡан халыҡҡа ҙур рәхмәт. Аҡсаны ла әүҙем йыйҙылар, кемдәрҙең әлегә пенсиялары килеп етмәгән, улары ла аҙаҡ бирәбеҙ тинеләр. Аҡса йыйыу ваҡытында, әлбиттә, төрлө хәлдәргә осрарға, төрлө хәбәрҙәр ишетергә лә тура килде. “Аҡса йыяһың, әммә эшләгән бер эшегеҙ ҙә күренмәй”, “Аҡсам юҡ бит әле, ҡыҙыма машина алғайным”- машина хәтлем машина алырға аҡса тапҡанды, бер нисә йөҙ һум изге эшкә хәйер таба алмауҙары аптыратты, ә ситтән килен булып төшкән ҡатын былай тине: “Беҙҙә халыҡ улай аҡса йыйып эшләмәй ул, ауыл биләмәһе башлығы бар нимәне лә үҙе эшләтә”, икенсе ҡырҙан килгән берәүе тыңлап та торманы: “Бер тин дә аҡсам юҡ, сығып кит бынан, хәҙер этте ысҡындырам”, - тип аҡырыуын белде.
Материал тулы килешг гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас