Йәшәйеш
21 Июль 2023, 11:22

Вертолет көтөп торор

Кеше һәр саҡ матурлыҡҡа ынтыла.

Вертолет көтөп торорВертолет көтөп торор
Вертолет көтөп торор

Маңлай күҙе үткер, күңеленеке лә ныҡ һиҙгер әҙәм балаһының, ҡайҙа матурлыҡты күрә-тоя, аяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре шул яҡҡа алып китә, уларҙы тышап, тыйып торор көс юҡ донъяла.
Бөгөн байрамдың йәме булып, ике ҡыҙ йөрөнө, апалы-һылыулы Ибраһимовалар. Розалина менән Рәзилә. Үтеп барған һәр береһе башын улар яғына бормай, тыныс ҡына үтеп китә алманы. Әрһеҙерәктәре яндарына килде, фотоға төшәйек әле тип бер булды.

Бер мәл береһе ҡысҡырҙы: әйҙәгеҙ, тиҙерәк, вертолет осоп килде. 
Ишетмәнеләр ҙә. Матурлыҡ кешене үҙенә шулай арбай.
...Матур көн булды бөгөн, матур һауа, ҡояш һәм, әлбиттә, кешеләр.
Һоҡланыуҙан туймай, матурлыҡҡа иҫебеҙ китеп, матур донъяла оҙон-оҙаҡ йәшәргә булһын ине. 
Автор:
Читайте нас