

Мәҫәлән, беҙҙең хужалыҡҡа кергән ауылдар һыу өсөн аҡсаны бөтөнләй түләмәй. Хатта Яманғол ауылы ла түләмәй – беҙҙә уларҙың ерҙәре арендала.
«Ваҡ-төйәк», күҙгә күренмәгән ярҙамыбыҙ ҙа байтаҡ. Кешенең, ойошманың (мәҫәлән, мәктәп) улай-былай бәләһе килеп тыуһа, ҡайҙа бара – беҙгә килә. Техника етерлек, йәһәт кенә барабыҙ ҙа эште эш итеп тә ҡуябыҙ. ППМИ-фәлән һымаҡ программаларҙан ситтә ҡалмайбыҙ – халыҡ менән бергә тын алып йәшәйбеҙ.
Әңгәмә тулы килеш йома көнө гәзиттә баҫылды.