Йәшәйеш
16 Август 2023, 05:09

Вахтер синдромы

ДНД тигән яңылыҡ (дөрөҫөрәге, элекке халыҡ дружинаһын иҫкә төшөрөп, уны ҡабат тергеҙеү) керетелгәс, беҙҙе лә полицияға ярҙамға йөрөтә башланылар.

Вахтер синдромыВахтер синдромы
Вахтер синдромы

Добровольная народная дружина тип аталғанын беләбеҙ, ысынбарлыҡа ул ҡалай булалыр, тик кинонан ҡарап ҡына төҫмәрләйбеҙ. ДНД тиһәң күҙ алдына «Опреация Ы” фильмы килә лә баҫа. Беҙ ҙә ҡала урамдары буйлап Никулин, Вицин, Моргунов һымаҡ йөрөп ятырбыҙмы икән? Ярар, былай ғына ҡул һелтәп йөрөһәң, ә бандиттар менән һуғышырға тура килһә нишләрбеҙ? Хәҙер теләһә ниндәй әтрәгәләм күбәйҙе, эшһеҙлек йонсота халыҡты, аҡса юҡ, талау-көсләүҙәр ҙә күптер. Төнө буйы ҡала кешеләренең йоҡолары тыныс, ә урамда булғандарҙың ваҡыты хәүефһеҙ булһын тип полиция менән бергә тәртип һаҡлаясаҡбыҙ. Терһәккә берәй сепрәк бәйләрҙәр инде, бандиттар һинең кем икәнеңдә әллә ҡайҙан күреп торһон, ҡурҡһын. Бәлки, бәхет йылмайып, берәй әллә ҡасандан төрмәнән ҡасып йөрөгән бандитты тотһаң үҙеңә орден да биреп ҡуйырҙар әле, аҙаҡ мәктәптәрҙә класс сәғәттәрендә һине һөйләрҙәр, балалар менән осрашыуға саҡырырҙар...
Ошолайыраҡ хыялдар биләне ДНД-ға тәүге тапҡыр барыр алдынан. Кейемде лә ниндәйен кейеп барырға тип баш ҡатты- арыуын кейһәң, хулиган менән һуғышҡанда йә йыртылып ҡуйыр, ДНД-ға барған һайын яңы кейем алып булмай – аҡса юҡ. Өҫ-башты ныҡлы тикшерҙек, берәй ерҙә берәй нәмә сосрап тормаймы, иртән генә ҡырынһаҡ та йәнә ҡырындыҡ, хушбуйҙар һөрттөк - тәртип һаҡлаусы үҙе башҡаларға өлгө булырға тейеш.
Шулай кәйеф менән тәү тапҡыр ДНД-ға барғас та, реал тормоштоң беҙҙе тағы ла алдағанын белдек. Беҙҙең дислокация урыны ятаҡханала урынлашҡан, шунда бараһың да полиция менән осрашаһың, ул һине ҡайҙа эш боҙалар шунда йәки урам буйлап йөрөргә алып сығып китә тип барһаҡ, беҙҙе вахтерша ҡаршыланы.
- Килдегеҙме, бына ошо журналға ҡул ҡуйығыҙ килдек тип.
Ҡуйҙыҡ. Ҡуйҙыҡ та көтөп торабыҙ, хәҙер полиция килер, беҙҙе алып китер, бәлки, пистолет та бирерҙәр әле.
- Бар ҡайтығыҙ, - вахтершаның әйтеүе әмер һымаҡ яңғыраны, беҙҙең аптырашта ҡалғанды күреп был өҫтәне - нимә тораһығыҙ, барығыҙ.
Баҡһаң, ДНД тигәне беҙҙең илдәге башҡа күп эштәр кеүек яһалма ғына икән, килдең, күрендең, имза ҡуйҙың һәм бөттө, эш эшләнде. Аҙаҡ был ябай ғына процедурға өйрәндек, донъя шулай икән шулай инде, уны һин генә үҙгәртә алмайһың. Иң ҡыҙығы, ДНД ваҡыты етер алдынан (айына бер сығыр кәрәк) теге вахтерша шылтырата, онотманығыҙмы, бөгөн ДНД, важный көн. Бик йыш ошо көн хаҡында онотабыҙ ҙа ҡуябыҙ, вахтершаның да иҫенән сығып шылтыратмай ҡалһа, икенсе көнөнә үк беҙҙең телефон номерын йыя:
- Кисә ниңә килмәнегеҙ?
- Онотҡаныҡ.
- Как так, беләһегеҙме, мин хәҙер хакимиәткә шылтыратам, кәрәгегеҙҙе бирерҙәр.
Яңы ғына теге вахтерша йәнә беҙҙе иҫенә төшөргән дә шылтырата:
- Бөгөн ДНД, онотмағыҙ, - ни ғилләлер, бының тауыш һәр саҡ дорфа яңғырай, нимә өсөндөр үс алған һымаҡ һөйләшә. Беҙ шаяртырға булдыҡ:
- Беҙ булмаған арала енәйәтселек артып киттеме әллә?
Инәй шаяртыуҙы бик аңламай булып сыҡты:
- Нимә һеҙ миңә ундай хәбәр һөйләйһегеҙ, хәҙер администрацияға шылтыратам, ҡала башлығына аңлатырһығыҙ шунан.
Фәндә “синдром вахтера” тигән термин бар, сир ул был, ҡыҫҡаса әйткәндә, ниндәйҙер ғүмерҙә йылы урын күрмәгән кешене аҙ ғына власы булған урынға ултыртһаң, ул быны күтәрә алмай. Элек тә бындай хәлдәрҙе күп күрергә тура килде (ауылда ғүмере буйы скотник булып эшләгән, ғүмерҙә власть тигәнде күрмәгән, әммә шул турала хыялланған кешене, башҡа кеше булмағанлыҡтанмы, бригадирмы, завферма итеп ҡуйһалар, тотона был кисә генә бергә шешә бушатып ултырған иптәштәренә күрмәгәндәрен күрһәтергә). Ни өсөн вахтер синдромы, сөнки был сир тап ишек төбөндә вахтала ултырғандарҙың күбеһендә бигерәк аҙып китеүсән. Ятаҡҡа кем килгән-килмәгәнен ҡарап-күҙәтеп ултыра бит был, власть уға бирелгән. Ауылдан берәй туғаның килһә (уның ауылдан икәне кейеменән генә түгел, күҙ ҡарашынан билдәле), был юлға арҡыры баҫа – ниңә килдең кемгә килдең, итегең бысраҡ, фәлән-төгән... Ә янынан аяғында саҡ баҫып торған иҫерек йәки тупаҫ кеше үтеп барһа, сығып та күренмәй – ҡурҡа. Көсө етмәй. (Быны уҡыған һәр вахтер үҙ адресына ҡабул итмәһен, һәйбәттәре күп уларҙың).
Был синдром тик вахтерҙарҙа ғына булһа ни асыу, швондерҙар бик йыш властың өҫкө ҡатламына тиклем үрләй – шуныһы ҡурҡыныс.

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас