Бына бер ҡатын. Ҡарап тороуға ни төҫө, ни буйы ла юҡ һымаҡ, шулай ҙа гөрләп йәшә ята – ире лә бынамын тигән, тартмай, эсмәй, эшләп, аҡса таба, балаларҙы ярата. Ә икенсеһенә ҡарайһың, фигура шәп, килмәгән ере юҡ, холҡо ла насар түгел кеүек, тик бәхет юҡ. Ғаилә бәхете тураһында һүҙ. (Яңғыҙ булып, килгән-киткән төрлө ир менән мөрхәтһенеп йәшәү барыбер ҙә бәхет түгелдер ул).
Йәш сағында ниндәй ине был ҡыҙ, артынан кем генә йүгермәне, хатта береһе, минеке булмаһаң, аҫылынам тип тә бөттө, тик быныһы һауалы, Голливуд артисымы ни, артынан шеләгәй ағыҙғандарҙың береһен дә тиң күрмәне. Клубҡа сыға, һәм егеттәрҙе күҙәтә, күңеленә ятышлы берәйһе булһа, әһә, был бөгөн минеке була тиер ине. Һәм теге егет ысынлап та, янындағы ҡыҙҙы ташлап, быны оҙата барыр ине. Ә быға шул ғына кәрәк, үҙен башҡаларҙан өҫтөн күреү рәхәт, ә былай бер егет тә үҙенә иш түгел, тип уйланы. Тормош алға бара, гелән яңғыҙ йөрөп булмай, тапты береһен – оҡшатманы, аҙаҡ икенсеһе, өсөнсөһө барлыҡҡа килде. (Ҡатын, йәше утыҙҙы уҙһа ла, һаман һылыу, һаман ылыҡтырғыс, артынан ирҙәр өйөрө менән йөрөй, хет көн дә фатирыңа яңыһын алып ҡайт). Әммә береһе лә мәңгелек йәр булып ҡала алманы. Яңғыҙлыҡҡа үҙе лә өйрәнгән инде ул, янында берәйһе булһа, әллә ҡалай ҡыйын. Ир кеше йә хырлап йоҡлай, йә шапылдап ашай, йәки нәские һаҫыҡ, етмәһә, уны йыуырға ҡуша, юҡ, бындайға өйрәнмәгән ул. Үҙенә гелән алама холҡо, әрпеш ирҙәр генә осрап тора кеүек. Ә бына әхирәтенең иренә ҡарап тороуы күңелле, торғаны менән кәртинкә, урынын белеп кенә шаяртыр, комплиментын әйтеп, күңелде күтәрер, үҙе бөхтә, кәүҙәһе лә матур. Яңғыҙы ғына өйҙә бикләнеп ултырып булмай, ҡай саҡ был әхирәтенә бара, тәүҙә иптәш ҡыҙ менән һөйләшеү, йәшлектәрен иҫкә алып ултырыу ҡыҙыҡ ине, тора-бара иптәшенең ире үҙенә тарта икәнен тойҙо, уның матур ғына итеп йылмайыуы, юҡ-юҡта, шаян һүҙ ҡыҫтырып, көлдөрөүе, ара-тирә, кухняға кереп сыҡҡанында, аңғармаҫтан, йәнәһе, үҙенә ҡағылып үтеүе йәненә бөтмәҫ кинәнес бирә ине. Шулай итеп, ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Теге ир ҙә алйот түгел, гүзәллекте күрә белә, ҡатынының әхирәте матур, ымһындырғыс, тәбиғәттән һалынған инстинкт үҙенекен итте, бер заман былар ҡауышты. Тәүҙә тәндәре ҡауышты (аһ, ул онотолмаҫ мәлдәр, бер-береһе еҫенә иҫереп, бер береһенең эсенә инеп китерҙәй булып, күктең етенсе ҡатына күтәрелгән мәлдәр). Аҙаҡ барыһы ла барыһын да белгәс, йәшеренеп йөрөүҙең мәғәнәһе ҡалманы - ир, бер тоҡсай ғына тотоп, фатирынан сығып китте. Атай тип илашҡан балалар, бәддоға уҡып ҡалған, яңыраҡ ҡына донъялағы иң бәхетле ҡатындан ҡапыл ғына йәшәү йәмен, тәмен юғалтҡан бисараға әүерелгән иҫке бисә элекке фатирында тороп ҡалды. Был яңы ҡатыны янына күсте.
Тәүҙә бик күңелле булды, хистәр яңы, дәрт шәп. Бер-береһе өсөн генә тыуғандай тойҙолар үҙҙәрен. Ирҙең ҡай саҡ балалары, тәүге ҡатыны хәтеренә килә, йәлләп тә ҡуя үҙҙәрен, тик һағышы оҙаҡҡа һуҙылмай – яңы йәре быға урын ҡалдырмай. Йә берәйһенә ҡунаҡҡа, йә кафеға, йә саунаға, йә тәбиғәт ҡосағына алып сығып китә. Балаһы ла булмағас, хөрриәт, ҡайҙа теләй шунда кит тә бар. Тик гел үбешеп кенә йәшәп булмай, эҫенеү-ҡыҙышыу аҙыраҡ һүрелә төшкәс, икеһе лә айнығандай булды. Ир ни ҡылһа ла үҙен ғәфү иткән беренсе ҡатынын һағына башланы, бигерәк тә балалары төшөнә кереп ыҙаланы. Атай тигән тауышҡа һәр төн һаташып уяныр булып китте. Ҡатындың да йыш ҡына ерле юҡҡа бирләнгән мәлдәре күбәйҙе, теш пастаһы тюбигын япмаған, үҙе артынан һауыт-һабаны йыумай, кейемен теләһә ҡайҙа ташлай, уның элек ҡыҙыҡ тойолған шаян һүҙҙәре лә хәҙер әллә ҡалай мәғәнәһеҙ... Тауыш ҡупҡан мәлдәр йышайҙы, яңыраҡ ҡына түшәктә ожмах тәхеттәренә етеп яратышҡандарҙы алмаштырып ҡуйҙылармы ни. Хәлдәр шуға барып етте, ир кеше беренсе ҡатынынан ишетмәгән һүҙҙәрҙе ишетте: емтек, йолҡош, бот араһындағы нәмәңдән башҡа нимәң бар һинең, ни машинаң, ни фатирың юҡ, барыһын бисәңә ҡалдырып киттең, бар ҡайт йәмһеҙ нәмәң янына... Ир туғандарына барып ҡунып йөрөй башланы. Бер ҡайтҡанында яңы ҡатынын икенсе ир менән тотто. Төрлө ирҙәрҙе тәмләп өйрәнгән ҡатын хәҙер бер генә ир менән йәшәй ҙә алмағандыр инде, был аҡыл ирҙең башына яңы ғына килде.
... Бер ғаилә тарҡалған, балалар йәтим, йәшәүҙең тәмен татып ҡына йәшәр ҡатын, балаларын ҡосаҡлап, ирһеҙ ҡалған. Уларҙы ташлап киткән ир ҙә, йылға уртаһындағы ишкәкһеҙ кәмәләй, кире йөҙөр өсөн дә, артабан китер өсөн дә әмәлдәр юҡ. Ишектәр был яҡтан да, теге яҡтан да ябылған. Кеше бәхетен урлап бәхетле булырға маташҡан ҡатын да һаман яңғыҙ, һаман бәхетһеҙ. Уның ишеге һәр саҡ асыҡ, тик был ир өсөн түгел инде. Быныһының тәме татылған, ҡыҙығы ҡалмаған. Башҡа ирҙәр береһе килә, икенсеһе китә, уны береһе лә янында яҙмыш уртаҡлашып йәшәр йәр итеп күрмәй, ул - түшәк уртаҡлашыусы һөйәркә генә. Ике бәхетле, бер бәхетһеҙ кеше урынына донъяла өс, балаларҙы ла иҫәпкә алғанда, биш бәхетһеҙ кеше пайҙә булды.
Кемдеңдер бәхетен урлауҙан бер кемгә лә бәхет өҫтәлмәй, баҡһаң.