

- ...Элегерәк, әнейҙәребеҙ беҙҙе кейендергәндә, мал һатып кейендерәләр ине, ул күренеш күптән юҡҡа сыҡҡан икән тиһәм, әле яңыраҡ балаларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн мал һуйҙыҡ, тигәндәрен ишетеп аптыраным. Шулай булмай ни, кейем, мәктәп кәрәк-яраҡтары бигерәк ҡыйбат шул, әле эшләп йөрөп еткереп булмай, мал ғына тотоп йәшәүселәр, шул аҡсаға кейендерәлер ҙә инде. Бөгөнгө көндә мәктәпкә балалар мода күрһәтергә йөрөгән кеүек бит, кемуҙарҙан кейенәләр, һинең балаң айырылып торһа, әллә ҡалай, шуға күрә башҡаларҙан ҡалышмайыҡ, тип ҡыйбат булһа ла барыһын да еренә еткереп алырға тура килә...
Лилиәнең фекерҙәре лә тулы көйөнсә гәзиттә үткән йома көнө баҫылды.