Все новости
Йәшәйеш
7 Сентября 2023, 15:18

Ағастар зыяраты

Бына ҡайҙа икән һеҙ, матурҡайҙар! 

Ағастар зыяраты
Ағастар зыяраты
Юғиһә, ҡала урамдарынан юҡ булғас, йәлләп тә, һағынып та нимә эшләргә белмәнек, тик торғандан үлтерҙе лә ташланылар, ә һуңғы төйәгегеҙ ҡайҙа - белгән юҡ ине. 
Бына, яҙған булғас, таптыҡ. Иҫке Уралка ауылы яғына илтеп ташлағандар икән, ағастар зыяраты шунда хасил булған. Һеҙҙе сүп урынына күрмәгәндәр (тура мәғәнәлә), юғиһә, башҡа ергә алып барырҙар ине, бында бит "сүп түгергә ярамай" тиелгән. 
Сүп тип әйтергә, ысынлап та, хәҙер һеҙ үлгәс тә, тел бармай - ҡала йәме инегеҙ бит һеҙ.
Рәхмәт, иҫән сағығыҙҙа, беҙҙе һыйындырған, көнөбөҙҙө йәмләгән, ышыҡлаған өсөн. Рәнйемәгеҙ беҙгә - бәндәләргә, ятҡан урынығыҙ йомшаҡ булһын, барыһы өсөн ғәфү итегеҙ. Бәхил булығыҙ. 
Автор:
Читайте нас: