

Дауахананың ишеге ҡайһы яҡтан асылғанын да белмәне бахыр.
Хәл белешергә, ҡайғы уртаҡлашырға тип, яңғыҙ ҡалған апай янына керҙек. Ул да шуға ҡыуана: бабайы түшәктә оҙаҡ ятманы, беҙҙе лә үҙен дә этләтмәне. Шулай ҙа ғүмере буйы бергә йәшәгәндәр бит– күҙҙәрендә оло һағыш. Һөйләй һалды: ҡуй инде ағайығыҙҙы, колхоз тип ғүмере буйы эшләне, йә, бер рәхәт күрҙеме инде? Пенсияға сыҡҡанда уҡ һаулығы бөткәйне, ҡолаҡ ишетмәй, күҙ күрмәй тиерлек, аяҡ-ҡулдар ҙа эшкинмәй. Уның рак менән сирләгәнен аҙаҡҡаса белмәнек тә, балнис тип ауыҙҙы ла астырманы бит. Йәшәгәс төрлө саҡ булды ине, - апай эстәгеһен вис сығарырға булды ахры, - бисә кеше нишләһен, түҙә.
Мәрхүм бабайына үпкәһе лә булғандыр, күрәһең, тегеңә әйтеп өлгөрмәгәндерме, беҙгә еткерергә булды был.
- Гел генә шып-шыма йәшәмәнек бабайығыҙ менән. Ҡатын түҙергә тейеш, юҡһа, ғаилә булмай ул. Барыбыҙ ҙа түҙәбеҙ, сыҙамағандар, ана, йәтим балалар үҫтерә. Бына әле фәләндәр 40, төгәндәр 50 йыл бергә йәшәгән тип маҡтайҙар, гәзиткә яҙып та, телевизорҙан йыр заказать итеп тә ҡотлайҙар. Беләбеҙ инде нисек йәшәгәндәрен. Анауы әле 60 йыл матур йәшәгән тип маҡталған ирҙең бисәһен ташлап йәш кәләш тип йөрөп ҡайтҡандары ла булды. Икенсе алтын туй үткәргәненең дә ире эсеп ҡайтһа, ҡатыны йортона инергә лә ҡурҡыр ине – күрше-фәләндә ҡасып ҡунып йөрөнө. Ә теге яңыраҡ президенттан бүләк алғандарының ире һауынсы ҡатындар менән уйнаш итеп ғүмере үтте. Нишләйһең, тормош шулай, гел көлөп кенә йәшәп булмаһа ла кеше алдында йылмаяһың, мах бирергә ярамай. Ороп-бәреп сығып китеп тә булмай - балалар бар. Ултырып илар саҡтарҙа ла теште ҡыҫып булһа ла түҙҙек, ғәфү итә белдек. Хәҙерге йәштәр генә сыҙамһыҙ, саҡ ҡына берәй нәмә булдымы, барыһын да пыраң-зараң килтерә, хатта башын элмәккә тыҡҡаны ла осрай, бала бар тип тә тормай. Бер нисә йылдан юбилей билдәләрлек ғаиләләр ҙә булмаҫ тимә.
Ярты сәғәткә генә тип кергән ерҙән ана шулай фәлсәфә ишетеп сыҡтыҡ, һөйләгәненең ҡайһы бер ерҙәрен фәһем, ҡайһы бер ерен ғибрәт итеп тыңланыҡ.