Йәшәйеш
7 Сентябрь 2023, 07:26

Йәшәргә була

Ксения һәм Дмитрий менән һөйләшеүҙә йәштәр өсөн беҙҙә йүнле эш булмауы проблемаһы ла ҡуҙғатылды.

Йәшәргә булаЙәшәргә була
Йәшәргә була

Дөрөҫө шул бит, йәш кешегә күп кәрәк (ипотека, балалар, ял итеү), әгәр ҙә ул һинең 15-20 меңеңә эшләп йөрөргә мин алйот түгел ти икән, уны аңларға була. Йәш кеше үҙенең баһаһын үҙе яҡшы белә. Ә Күмертау менән Көйөргәҙелә ҡайҙа бар яҡшы түләнгән эш? Йәштәр был һорауға яуап бирә алманы, бөтәһе лә хакимиәткә эшкә урынлаша алмай.
...Күмертауҙа, инде күпме ваҡыт, урам-майҙандарҙы ремонтлайҙар. Ямғыр яуамы, ҡояш ҡыҙҙырамы, айырма юҡ, эшләргә кәрәк. Тап ошо эштә ағалы-мырҙалы Любимовтар эшләй. Юрий һәм Валерий. Үтеп барышлай тап итеп, хәлдәрен белештек.
- Эш һәйбәт, - ти Любимовтар, - эш хаҡы ла арыу сыға.
Улдар ғаиләле кешеләр, ҡайтҡан һайын бер нисә ауыҙ көтөп тора үҙҙәрен.
- Күмертауҙа, эсмәһәң, эш табып була. Беҙ Себергә лә шуға сығып китмәнек, ғаилә менән бергә булырға теләйбеҙ. Хәҙер, үҙегеҙ күрәһегеҙ, эшсе һөнәргә лә ҡытлыҡ, яҡшы эшсене табыуы ауыр. Үҙеңдең дә, эшеңдең дә ҡәҙерен белеп йөрөһәң, йәшәргә була.
Оптимистарҙы осратыуы ҡыйын хәҙер. Любимовтар менән һөйләшкәс, эскә йылы инде - бәлки, Күмертауҙың хәлдәре (онкология буйынса беренсе урында, СПИД - беренсе, шизофрения - бында ла беҙ беренсе, йәштәр ситкә ҡаса) ул тиклем насар ҙа түгелдер?

Автор:
Читайте нас