Йәшәйеш
19 Сентябрь 2023, 12:18

Яңы иҫке башлыҡтар

Һайлауҙар үтте. Һайлау дауам итә.

Яңы иҫке башлыҡтарЯңы иҫке башлыҡтар
Яңы иҫке башлыҡтар
Беҙ әле ауыл депутаттары хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Һайлауҙар үтте, мәсьәләнең иң ҡыҙыҡ еренә еттек: ауыл башлыҡтарын һайлау. Бөгөн Бахмут, Ленин, Илкәнәй ауылы хакимиәттәре башлыҡтары һайланды. 
Йәшермәй әйтергә кәрәк, был ауыл биләмәләрендә интрига булманы, алдан уҡ башлыҡ кем буласағы билдәле ине тиһәк, беҙҙе әрләмәҫтәр.
Бахмутта Нурия Шәрипова ҡалды, инде нисәмә йылдар тарта был йөктө, кем әйтмешләй, ҡарт алаша бураҙнаны боҙмай, белгән эше, әле яңы ғына силсәүит "Тушим огонь, разжигая сердца!" Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынды яуланы, әйткәндәй, бынан тыш та еңеүҙәре байтаҡ булды, һанап тормайбыҙ. 
Ленинда Галактионов Владимир һайланды. Икенсегә бара был вазифаға, бер эшләп ҡарап, икенсегә ынтылғас, тимәк, хәле бар, дәрте бар. 
Илкәнәй. Бында һуҡыр күрәҙә кәрәкмәй, Рөстәм Вахитов бер һүҙһеҙ, алышһыҙ барыһын да арҡаһына һалды. 
Яңы (иҫке) башлыҡтарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! 
Автор:
Читайте нас