Әлфиә Мансур ҡыҙы үҙ ғүмерендә ҡайҙа ғына эшләмәне, һанарға ҡул бармаҡтары етмәҫ, белмәгән һөнәре юҡ үҙенең, ниндәй өлкәгә алып барып ултыртма, шунда эшләй ала. Аяҙлы-болотло көндәге ҡояш кеүек, бер юғала, бер килеп сыға, нурҙары шифалылыр, оҙаҡҡа юғалырға ирек бирмәйҙәр.
Әле Ә. Гәрәева Айсыуаҡ мәҙәниәт йорто мөдире итеп тәғәйенләнгән. Кисә юл ыңғайы һуғылып киттек Айсыуаҡ клубына, яңы мөдир үҙе урынында булмай сыҡты, әммә борғо уйнай, барабандар ҡаға ине - байрамға әҙерләнәләр. Тимәк, тормош дауам итә, ҡояш артабан да яҡтырта.