Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Сентябрь 2023, 12:45

Еңде

Маладис, быйыл өҫтөңә күпме йөк төштө, барыһын да күтәрҙең.

Еңде
Еңде

Теге көн, Кинйә Йыйынынан һуң, табын артында ултырғанда уға шулай тинек. Свобода ауыл башлығы Фәнис Мансур улына. Айыҡ ауылды йырып сыҡты, еңде, өс миллион һум алды, Һабантуй тип сапты (уның ауылында булды байрам), инде, иркен тын алам тиһә, К. Арыҫланов юбилейын үткәрергә кәрәк тинеләр. Быныһы ла юғары кимәлдә үтеп китте, бынан ары ла аҙыраҡ тәнде яҙып алам тигәйне лә, танау төбөндә - һайлауҙар. Еңде. Быныһында ла еңде Ф. Рахманғолов. Бөгөн ул ауыл башлығы булып һайланды. Ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошта ла гел еңеп кенә йәшәргә яҙһын! 

Автор:
Читайте нас