Шәбағыш ауылы башлығы Илшат Рахмаев теге саҡта уҡ, һайлауҙарға тиклем, етте, булды, китәм ти ине. Алдамаған, бөгөн барса халыҡҡа рәхмәт әйтте, хушлашты.
Ике кандидатура өсөн тауыш бирергә кәрәк булды. Юлдашев Азат һәм Рәхмәтулин Зинур. Һөҙөмтә былай - Зинур Мсырғәли улы башлыҡ булып һайланды...
Һайлауҙарға бәйле барлыҡ материалдар гәзиттең киләһе һанда баҫыласаҡ.