Яҡшымбәт ауыл биләмәһендә башлыҡ һайлау борондан шулай, тауыш-тынһыҙ үтмәй. Ни ғилләлер: ауыл ике өлөшкә бүленгән кеүек, фронт һыҙығы ҡайҙа үтә, береһе белһә икән. Бөгөнгө һайлау ҙа элеккеләренән ҡалышманы. Ауыл хакимиәте алды халыҡ менән шыпа тулды, башлыса ирҙәр, араларында ҡатын заты ла бар - хужалыҡ эшселәре. Үҙҙәрененең кандидатураһын үткәрергә ярҙам булһын тип килгәндәрҙер. Силсәүиттең кабинетына һыйманылар, күбеһе тышта ҡалды - эштең аҙағы ҡалай бөтөр, шуны белмәй ҡайтыу юҡ.
Бүлмәлә лә ығы-зығы дауам итте. Депутаттар бишкә -биш бүленгән, бишеһе бер ҡарашлы, бишеһе икенсе ҡарашлы. Тартҡылаш иң тәүге һорауҙа уҡ башланды: нисек итеп тауыш бирәбеҙ, ябыҡ итепме (бөтәһен ҡыуып сығарып, депутаттар үҙҙәре генә ҡалып), әллә асыҡ итепме? Был һорау ҙа бишкә - биш бүленде.
...Һөҙөмтә былай - Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы булып бөгөнгө көндән Данир Роберт улы Хөсәйенов буласаҡ.
Репортаж киләһе һанда баҫыла.