Башты тиҙерәк төҙәтергә тип йүгергән, күҙе аҡты-ҡараны күрмәгән кеше, хәйер, уҡыр хәлдә булмайҙыр. Башы шешәгә ныҡлы батҡанға тәғәйен түгелдер был яҙыу, ә әлегә шайтан ҡотҡоһона бирелмәгән, эсеү стажы булмаған бәндәләргә төбәлгәндер. Шулай уҡ хәмерҙе һатыусыларға, кем өсөндөр алғандарға ("ирем өйҙә ятып ҡалды, үлеп бара, тиҙерәк алып ҡайт тип ебәрҙе"). Яҙыуҙар адресаттарға барып етерме - яуапты беҙ бер ҡасан да белмәбеҙ, моғайын.