Йәшәйеш
11 Октябрь 2023, 04:45

Йән сире

Йөрөмәгән кешеһе ҡалманы уның – ҡайҙалыр кемдеңдер дауалауы тураһында ишеттеме, шунда саба, үҙҙәрен халыҡ табиптары тип атаған кешеләр хаҡында ҡалын китап яҙа алыр ине хатта.

Йән сиреЙән сире
Йән сире

Күңеленә урын тапмай ул, рәсми медицинанан көтөрлөгө юҡ, улар һинең яралы йәнеңә ниндәй дауа тапһын, бер юл ҡала – халыҡ дауалаусылары. Әүлиә, сихырсылар хаҡында әллә күпме әҙәбиәт уҡып сыҡты, Мөжәүир хәҙрәт, Шәмиғол хәлфә, тағы ла кемдер... Шунан тотондо йә бер дауалаусыға, йә икенсеһенә йөрөргә, халыҡ табиптары ла хәҙер күп, дауалауҙа дин юҡ – православие ҡанундары буйынса шәм тотоп, һыу һибеп дауалағанында ла булды, бер саҡ ҡалаға ҡаҙаҡмы, үзбәкме килде, уныһына ла барҙы (сыбыртҡы менән ендәреңде ҡыуырға һәләтле икән), бер нисә муллала ла булды. Бындайҙарға ышаныу, бәлки, ата-әсәһенән киләлер, улар ҙа элек Кашпировский, Чумак тип иҫтәре китә ине, стаканға телевизор янына стакан менән һыу, һабынмы, шәкәрме ҡуйып ултырырҙар ине. Аҙағыраҡ Хөсәйен табип, Ләйсән табип тигәндәре килеп сыҡты, быныһында ла әүерәнеләр, ышандылар. Әсәһенең аяҡтары һыҙлай ине, атаһының да һаулыҡ шәптән түгел, икеһе лә колхоз тип ғүмерен үткәрҙе, ферма алды сәләмәтлектәрен. Күпме генә телевизор янындамы, клубтамы (табиптар гастроль менән дә килделәр бит) ултырмаһындар, икеһе лә бер-бер артлы китеп барҙы, халыҡ табиптары ярҙам итә алдымы, кем белә, бәлки, ярҙамдары булғандыр ҙа - оҙағыраҡ йәшәгәндәрҙер шуға, мәгәр һыҙланыуҙары барыбер бөтмәне инде. Бына, хәҙер килеп, ул үҙе мөҡиббән булып халыҡ дауалаусылары юлын тапай. Ата-әсәһенең диагнозы бар ине, ә бының нимә менән сирләгәнен кем белә. Йәндә тыныслыҡ юҡ, бер эше лә килеп сыҡмай. Бер ир менән йәшәне, ике йылдан айырылыштылар, икенсеһенә сыҡты, уныһы ла күп тормай икенсегә китеп барҙы, өсөнсөһөн үҙе ҡыуҙы – насар ҙа ир түгел һымаҡ, әммә йәшәп булманы, характерҙары тап килмәнеме инде, һораһаң, был турала үҙе лә ныҡлы аңлата алмаҫ ине. Бына хәҙер малайы менән (беренсе ире яһап китте) йәшәп ята. Иң ҙур хыялы – бер нимә тураһында ла уйламай, борсолмай тын диңгеҙ буйында ултырһаң ине. Юҡһа, йәненә тыныслыҡ таба алмай йөҙәй, барыһы ла насар ҙа түгел, һаулыҡ бар, эше лә бар, аҡса етмәй инде, ҡалайтаһың, бар ил шулай йәшәй. Тик бына күңеле урынында түгел. Төндәрен йоҡлай алмай, коллегалары, туғандары янында ерле юҡҡа бирләнә лә китә. Бар өмөтө халыҡ табиптарында, әүлиәләрҙә. Аҡса аҙ тиһә лә, уларға таба, тегеләр буш ҡабул итмәй бит инде, ҡайҙа барһын, йән тыныслығы өсөн әллә нимәләр бирерһең. Тегеләре лә бит, кемеһенә барһа ла: һинең сихырың бар тип ҡотто ала. Барҙыр инде, ниндәйҙер үсле кешеһе сихырлап киткәндер, ҡара эсле, көнсөл әҙәмдәр аҙмы ни хәҙер? Бына шул сихырҙан ҡотолһа, халыҡ табиптары сихырын ҡыуһа, эй рәхәтләнеп йәшәп китер ине, ир ҙә табылыр, үҙе лә, хәс бала саҡтағы шикелле, ғәмһеҙ һәм бәхетле булыр ине, тыныс йоҡлар, береһе менән дә талашмаҫ ине....
Яңыраҡ интернетта сираттағы иғланды тап итте, Сниму порчу, излечу ваше сердце тигән берәү. Тиҙҙән килә икән ҡалаға, ҡана, телефонын яҙып алһын әле – мыңарсы йөрөгәндәренең әллә ни файҙаһы булманы, бәлки, быныһы ярҙам итә алыр, барырға кәрәк...

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас