Ҡайтҡас, туған-тыумаса, туғандар менән ял ит, күңел ас, ялан-ҡырҙар гиҙ... Әммә крәҫтиән ҡанлы егет өйҙә тыныс ҡына ултыра аламы ни? Фермер бит ул, үҙе механизатор, комбайнер, ер кешеһе, тотҡан да баҫыуға юлланған- көнбағыш урырға. Быйыл уңыш мул икән, тип ҡыуанған һалдат, үҙе юҡта атаһы алып барҙы эштәрҙе, әле, ваҡыты барҙа, ҡулдан килгәнсә, ярҙам итеп китәйем тигән.
Уңыш мул быйыл, Аллаға шөкөр, барлыҡ йыйған тәғәмде тыныс тормошта, барыбыҙ иҫән булып, бергә ейергә яҙһын ине.