Йәшәйеш
20 Октябрь 2023, 05:01

Күңел тойһа донъя күркәмлеген...

Рәмилә КУЖАҠОВА, Иҫке Мораптал ауылы.

Күңел тойһа донъя күркәмлеген...Күңел тойһа донъя күркәмлеген...
Күңел тойһа донъя күркәмлеген...

Көҙгө төндө ҡыуып таң һыҙыла,
Илаһи мәл ал таң атыуы.
Ап-аҡ күбек ише томандарҙың
Әкрен генә ергә ятыуы.
Һоҡланмайһың нисек ошо ерҙе,
Бер ҙур йондоҙ нурға төргәнгә.
Йырып - йыртып ҡара болоттарҙы,
Тереклеккә йылы өргәнгә.
Ғәжәпләнмәй мөмкинме ни күктә,
Йәйғор ете төҫөн теҙгәндә.
Үрмәкселәр үргән шәл өҫтөндә
Ынйы мәрйендәрҙе күргәндә.
Хайран итә, ҡырауҙарға түҙеп,
Көҙгө сәскәләрҙең балҡыуы.
Йәшәү йәме өҫтәп, ер өҫтөнә
Йәш ҡурпының ҡабат ҡалҡыуы.
Йән йылыта, һуңғы күбәләктең
ҡыйыр -ҡыймаҫ ҡына осоуы.
Сайпылдырып ысыҡ тамсыларын,
Сәскәләрҙе килеп ҡосоуы.
Бер тамаша үҙе, япраҡтарҙың
Бейей-бейей ергә төшөүе.
Һуты тулған балан тәлгәшенең
Утлы ҡуҙы менән өтөүе.
Көҙгө сыуаҡ көндөң һуҙылыуы,
Күҙҙҽ асып йомған арала.
Күңел тойһа донъя күркәмлегҽн,
Һағыштар ҙа бер аҙ тарала.

Автор:
Читайте нас