Йәшәйеш
24 Октябрь 2023, 12:00

Уңғандыҡы - уңа

Кинйәбайҙар - егәрле халыҡ. 

Уңғандыҡы - уңаУңғандыҡы - уңа
Уңғандыҡы - уңа
Теге көнө генә беҙҙең янға бер егет килеп туҡтаны, машинаһы ҡыбайтлы, үҙе лә баҫҡан урынында ут сығарып тора. Һөйләшә торғас, асыҡланды: Ҡаҙарма егете икән. Абзыһын беләбеҙ, уныһы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел, тырышып, ялтлаптып, донъя көтөп ята.
Ҡыҫҡаһы, кинйәбайҙарҙың ҡулдарынан да килә, телдәренән дә. Быны беҙ, икеләнмәй, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙән сығып әйтәбеҙ.
Миҫалға, Ҡаҙарманан йәнә бер егетте - Хәмитов Фирғәтте генә ал. Үҫтермәгән йәшелсә-емеше юҡ, үҙҙәре йыл да ишелеп уңа. Бына быйылғы сөгөлдөрө. Ике кеше башы ҙурлыҡ! 
Афариндар, тибеҙ. Йәшелсә баҡсаһында барыһы ла уңып, күңел баҡсағыҙҙа ла гел сәскәләр атып, ҡоштар һайрап ҡына торһон, кинйәбайҙар! 
Автор:
Читайте нас