Йәшәйеш
25 Октябрь 2023, 03:40

АУЫЛ ЙӘМЕ

Ауылдарҙа эскән кеше аҙ хәҙер.

АУЫЛ ЙӘМЕАУЫЛ ЙӘМЕ
АУЫЛ ЙӘМЕ
Юҡ, барыһы ла ташлап бөтмәне, кодироваться иткәне, аҡылға килеп, былай ташлағаны ла бар араларында, тик һуҡмыштарҙың кәмеүенең төп сәбәбе – уларҙың үлеп бөтөп барыуы. Русса әйтһәк, естественный отбор бара – башы булғаны, көслөһө тере ҡала, ә кем инде башын шешәгә тыҡҡан, теге яҡҡа китә.
Шулай ҙа бер-ике кеше, ауыл пейзажына "йәм" өҫтәп, һалдырып йөрөй. Бар ауылда ла шулай, берҙән-бер тиерлек эсергә яратҡан йәшәй, йәнә лә бер ике коллегаһы бар, тик улар һирәк ысҡына, ә бының көнө араҡы менән башлана, араҡы менән бөтә. Бар ауыл өсөн бер эскән кеше әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, бының холҡо ла тыныс, дыулап, боларып йөрөй торған кеше түгел, аҙыраҡ һалып бирһәләр, булды, күңеле түңәрәк. Ә һалып бирәләр, ҡалайтаһың, эскән кешене тотоп туҡмап булмай, үҙ аҡылы үҙе менән, үҙ гонаһы - үҙенә. Кешегә был һуҡмыш йәл дә булып китә – ни тиһәң дә, үҙ кеше, күҙ алдарында үҫте бит ул. Ошолай көн итә теге ир (ни ҡатын, ни бала юҡ, иллегә етеп барһа ла, һаман бер үҙе). Тик уның да ҡара көндәре булғылай – теге йылдар буйы эсмәй йөрөгән ике кеше эсеп китһә, бының ҡәҙере бөтә. Тегеләр ҙә өй беренсә һоранып йөрөй бит инде, бының өлөшөнә керәләр, был иргә араҡы бик тәтемәй башлай. Өс алкашты ҡарау бәләкәй ауыл өсөн ауырыраҡ. Шуға был тегеләрҙе әрләй: давайте, туҡтатығыҙ эсеүегеҙҙе, һеҙҙең арҡала мин мәхрүм йөрөйөм. Туҡтай тегеләре, был әйткәнгә түгел, үҙҙәре, үлем хәленә етеп, туҡтай.

Бисара ир шулай ғүмер һөрә, ә ауыл уны ҡарай, һораһа, ике-өс рюмка һалып бирәләр, ауылдың бер мәрәкәһе һымаҡ та күрәләрҙер, йәлләп тә ҡуяларҙыр, үҙ кеше ул, үлеп-нитеп китһә, ауылдың ниндәйҙер йәме юғалыр һымаҡ.

Беҙҙең халыҡ былай ҙа аҙ. Шуғалырмы йүнле йәшәгәне лә, бахыры ла яҡын, кемдер китеп барһа, бигерәк ауыр, үҙ кеше бит барыһы ла.
Автор:Малик Ильясов
Читайте нас