Йәшәйеш
2 Ноябрь 2023, 02:56

Башҡорт ихатаһы

Күмертау был ихаталарҙы яһау йәһәтенән алда бара.

Башҡорт ихатаһыБашҡорт ихатаһы
Башҡорт ихатаһы
Гел маҡтала. Йыл да бер нисә ихатаны яңырталар, тип-тигеҙ асфальт, автомобилдәргә туҡталыш урыны, яңы эскәмйәләр, балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнәм тигәнгә тренажерҙар... Ғәләмәт. 
Урау юлы урамында ла былтыр Башҡорт ихаталары барлыҡҡа килде. Күбеһе ныҡ шатланды, әлбиттә, быға тиклем, юғиһә, ихаталары бик шәптән түгел ине. Шулай ҙа бик риза булмағандар ҙа табылған, Башҡорт ихатаһына бер штрих етмәй тигәндәр ҙә креслолар өҫтәп ҡуйғандар. 
Ысын башҡорт, артын ауырттырып, ҡаҡ һикелә ултырырға тейеш түгел, йомшаҡ ҡәнәфи кәрәк уға тигәндәрҙер, моғайын. 
Автор:
Читайте нас