

Кисәге төнъяҡ балҡышын күргәндәр, эйе, кем теләй, кемдең ваҡыты бар, шулар беҙгә фотоларын ебәрҙе. Улар араһында Яҡшымбәт ауылынан да булды. Беҙҙең был уҡыусыбыҙ, ауыл мәшәҡәттәренән бушай алмай, кисә ебәреп өлгөрмәгән, бөгөн генә ебәрҙе - минеке матурыраҡ.
Бындай хәлде кемдеңдер быға саҡлы күргәне булдымы икән, хәтәр күренеш ине. Матурлығы - матур, шулай ҙа, йөрәк шомланып китте. Нимә уйлаһаң, нисек уйлаһаң, алдыңда шул була тиҙәр, яҡшыға юрайыҡ. Кем-кем, беҙҙең халыҡ яҡшы тормошҡа, һәйбәт яңылыҡтарға, һөйөнөслө хәбәрҙәргә күптән хоҡуҡлы.