

Район ЗАГС-ы бүлегенә. Ихтыяж булманымы, ваҡыт ҡыҫтымы, йәл, бында күп нәмә үҙгәргән икән. Беҙ тәү булған саҡта, юғиһә, был бүлмәлә ат башы ғына юҡ ине, ЗАГС-тың күсенеп йөрөгән мәле, етмәһә, начальниктары ла яңы, ҡабалан-ҡарһалан танышып ҡына сыҡҡайныҡ.
Бына бөгөн күптән асылмаған ишекте астыҡ.
Альбина Ишбулатова, начальник вазифаһын ваҡытлыса үтәгән сибәр ханым, беҙҙе, дөрөҫөн әйткәндә, ҡыуандырҙы. Хәйер... борсоуға ла һалды.