Күмертау ҡалаһындағы Комсомол урамы, 26 һанлы йорто. Ярты быуаттан ашыу ғүмерендә уның эсендә күп ғаиләләр йәшәне, болдоронда балалар тауышы тынманы. Йорттар ҙа әҙәм балаһы кеүек, йәшәү өсөн күпмелер арауыҡ бирелгән, кемгә күберәк, кемеһенә аҙыраҡ. Был йорт та ғүмеренең ахырына барып етте.
Рәхмәт һиңә беҙҙе һыйындырғаның, йылытҡаның өсөн. Бәхил бул.