Йәшәйеш
13 Ноябрь 2023, 07:00

Йөрәк һаман йәрҙәр һөйөрлөк

Телефонға һәр кем үҙенең күңеленә килешле көй ҡуя.

Йөрәк һаман йәрҙәр һөйөрлөкЙөрәк һаман йәрҙәр һөйөрлөк
Йөрәк һаман йәрҙәр һөйөрлөк
Кемдер шылтыратһа, был йыр һиңә оҡшарға ғына түгел, ә һинең әлеге мәлеңә, уйҙарыңа тап килеп торорға тейеш. 
...Фәнир Малбаевты хәҙер йыш осратабыҙ, Ветерандар Советын етәкләгәс, әле теге, әле был ергә саба. Бөгөн дә ҡулына бер ҡосаҡ ҡағыҙ тотоп йөрөүе. Уның менән осрашҡан һайын, кәйеф күтәрелә, болоҡһоу булып китеп барған ереңдән Фәнир Саҙретдин улы һинең күңелеңде ҡанатландырып ебәрергә һәләтле. Уның оптимизмы һиңә күсә, йәшәгеләр килеп китә. 
Әле әңгәмәләшеп ултырған ваҡытта ("йәш саҡта шулай ине, былай булды") рәйестең телефоны шылтыраны.
Олоғайған һайын ҡояш иртә байып,
Һуңлап ҡына ҡалҡа, көттөрөп.
Оҙон уйлы төндәр, ҡырҡ әйләнә мендәр,
Ғүмеркәйҙәр уҙа йүгереп.
Бойоғораҡ йыр. Ниндәйҙер оло бабайға килешер кеүек, тик Ф. Малбаевҡа түгел. Уның дәрт-дарманы бәғзе бер йәш егеттәрҙә юҡ. 
Телефон оҙаҡ шылтыраны. Ветерандар башлығының буш торған мәле юҡ, кемгәлер һәр саҡ нимәлер кәрәк. Ул үҙе кәрәк.
Телефондағы көйҙөң бына был ере шәп яңғыраны: 
Олоғайған һайын ярлыҡа, Хоҙайым,
Йөрәк һаман йәрҙәр һөйөрлөк.
Йәшлек илдәренең, айлы кистәренә
Хәл бар кеүек ҡайтып килерлек.
Хәл дә бар, әмәл дә бар. Йөрәк әле, ысынлап та, йәрҙәр һөйөрлөк. 
Булғанын, самалап ҡына, сарыф итеп, һуҙып, еткереп, йәнә лә оҙаҡ йылдар барыһының күңелен күтәреп, кешеләргә кәрәк булып, бер нимәгә ҡарамаҫтан, тормош - матур ул тип иҫбатлап йәшәргә яҙһын, Фәнир ағай. 
Автор:
Читайте нас