

Ошо оҫталығыбыҙҙы иҫтә тотоп, беҙ ошондай рубрика асырға булдыҡ: "Телеңде йотоуҙан ҡурҡ!". Был рубрика аҫтында, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар ғына сығыш яһамаясаҡ, бәғзе бер ирҙәр ҙә, йәшерене юҡ, шулай итеп бешерә - телеңде йотоп ебәреүҙән ҡурҡ та ултыр.
Рубрикабыҙҙы Күмертау ҡалаһында йәшәгән Лена ҒӘББӘСОВА аса. Ул торт бешереү серҙәрен аса. Ҡалған, аш-һыуға маһир кешеләрҙә дә, фотоһы менән бергә, рецептар көтәбеҙ.
"Графские развалины" торты.
Бик тәмле, шул уҡ ваҡытта еңел һәм ябай рецепт был
Ингридиенттар:
4 йомортҡа
1 стакан шәкәр
Лимон һуты 1 сәй ҡалағы
Крем өсөн ????150 гр аҡ май, сифаты юғары булғанды һайларға тырышығыҙ
1 банка ҡуйыртылған һөт (сгущенка)
Эшләу тәртибе:
1. Алабыҙ 4 йомортҡа. Ағын һарыһынан айырабыҙ. Һарыһы бер тамсы ла эләгергә тейеш түгел.
2. Әкрен генә миксер менән туғыйбыҙ, әҙ әҙләп шәкәрҙе ҡуша барабыҙ. Масса ағарып барғанда 1 бал ҡалағы лимон һутын ҡушып ебәрәбеҙ, һауыттан ағып төшмәҫлек булғансы максималь тиҙлектә туғыуҙы дауам итәбеҙ (7-9 минут самаһы)
4. Табаға,(противень) пергамент ҡағыҙ түшәп, аҡ безе массаһын кондитер шприцына тултырып, ваҡ ваҡ өлөштәргә бүлеп теҙеп һалып сығабыҙ
6. Духовканы 150 градусҡа ҡуйып 1-1,5 сәғәт бешерэбез. Көйөп китмәһен өсөн ҡарап тороу мотлаҡ.
7. Кремды яһар өсөн аҡ майҙы бүлмә температураһында йомшарғансы тотоп миксер менән әкрен генә туғыйбыҙ, май ағара башлағас ҡуйыртылған һөт ҡушып артабан туғыйбыҙ, бер төрлө масса килеп сығырға тейеш.
8. Безелар әҙер булғас духовканан сығарып, һыуынғанын көтәбеҙ. Һуңынан һәр безеға крем яғып тау кеүек өйәбеҙ, ҡалған кремды әҙ әҙләп торттың өҫтөнә лә ҡоябыҙ, һәм ҡырылған шоколад йәки сәтләүек менән биҙәп 8-12 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле, табындарығыҙ йәмле булһын!