Йәшәйеш
15 Ноябрь 2023, 10:05

Ауыҙың сәпелдәр

Ауылда гөрләтеп донъя көтөп ятҡандарҙы күрһәң, һоҡланыуҙы йәшереп булмай. 

Ауыҙың сәпелдәрАуыҙың сәпелдәр
Ауыҙың сәпелдәр

Юғиһә, нисек әйтәләр: ауылда йәшәүҙең ҡыҙығы бөттө, эш юҡ, юл юҡ, магазин юҡ, тағы нимәлер юҡ.
Ялсыҡай ауылындағы Фәһим менән Эльвира Вәлидовтар ғаиләһе юҡлыҡҡа һылтанып йәшәмәй, барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа тип ғүмер итә. Биш балаға ғүмер биргән ғаилә лә улар! Яңы йорт һалып сыҡтылар, ҡура тулы мал-тыуар. Әле өмә булған. Ҡаҙ һуйғандар. Бөтөн туған-тыумаса менән, өмәне сәбәп итеп, байрам итеп алғандар.
Ғаиләнең девизы: аяғың тәпелдәһә, ауыҙың сәпелдәр!
Артабан да юҡты бар итеп, үҙегеҙ тапҡанға ҡыуанып, уның файҙаһын күреп, туғандар ҡосағында бәрәкәттә йәшәргә яҙһын.  

Автор:
Читайте нас