Туҡтай белмәҫ нәмә, тышҡа сығыр әмәл юҡ. Күңелдәргә торошло мәл, тыштан йылмайырға тырышһаң да, эстә һыҡрау бар. Йөрәктәребеҙ йәш ҡоя.
Әсәләрҙең киңәйтелгән ултырышы тамам булды. Һүҙ тотоусылар байтаҡ ине, бүләкләнеүселәр ҙә... Хатта кино ҡараныҡ, тегендә йөрөгән егеттәр ине экранда. Көн аяҙ, матур саҡта төшөргәндәр фильмды, егеттәр үҙҙәре бер туҡтауһыҙ йылмая. Эсе тулы зар булһа ла шулайталыр, бында уны Әсә ҡарап ултыра, уны ҡайғыға һалмайым тиеүелер.
Сара тамам, беҙҙең зар-интирзар булыуҙарға ла бер саҡ сик булыр, тип ышанабыҙ. Күктә лә, күңелдәрҙә лә ҡояш балҡыр.