Йәшәйеш
18 Ноябрь 2023, 10:56

Тыуған көнөң менән, Һылыу

Күмертау ҡалаһының бағаналарында тора был иғлан.

Тыуған көнөң менән, ҺылыуТыуған көнөң менән, Һылыу
Тыуған көнөң менән, Һылыу

Шулай ҙа була: һинең иң ҡәҙерле байрамың - тыуған көнөң, ә ҡотлаған кеше булмай. Телефон шылтырамай, береһе лә яҙмай, килмәй...
Донъяла иң ауыры - яңғыҙлыҡ, бына был ҡыҙ баламы һуң инде ошо алама хистән яфалана торған кеше? Әллә ысынлап хәлдәре мөшкөл, мине ҡотлағыҙ тип, бағана һайын иғлан элеп йөрөмәҫ ине, юғиһә. Аҫтында штрихкоды бар "Просто нет и все". Бәлки, шунда телефон экранын терәргә кәрәк булғандыр, баҙнат итмәнек.

Шулай ҙа беҙ һине ҡотлайбыҙ, исемһеҙ һылыуҡай, һинең әле барыһы ла алда, яңғыҙлыҡ утында янмай, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын. Бөтәһе лә һинең "Просто есть и все" булһын. 

Автор:
Читайте нас