Йәшәйеш
19 Ноябрь 2023, 07:11

Цирк аттары

Рәмилә КУЖАКОВА, Көйөргәҙе районы, Иҫке Мораптал ауылы: 

Цирк аттарыЦирк аттары
Цирк аттары

Цирк аттарын ҡәҙерләйҙәр,
Кәрәкмәй ҙә дағалар.
Матур кешнәгәнгә күрә,
Ҡыңғырауҙар тағалар.

Йөк аттары өнһөҙ булғас,
Һанламай ҙа үтәләр.
Уларҙы тик йөк тартырға
Кәрәккәндә күрәләр.

Әрһеҙһең, тип, эй, өйәләр,
Йөктөң иң ауырҙарын.
Һинең эшең йөк ташыу, тип,
Ябалар ауыҙҙарын.

Ҡарауан бара һөйрәлеп,
Йөк аттары тартҡанда.
Аҡыл һатып, юл күрһәтә,
Алтын уҡа таҡҡандар.

Сыбыртҡылап йүгертәләр,
Тир түгеп эшләгәнде.
Баҫып алҡышҡа күмәләр,
Циркта кешнәгәнде.

Ноябрь, 2023. 
Автор:
Читайте нас