Йәшәйеш
21 Ноябрь 2023, 03:21

Талант

Яманһарыла бик күңелле кешеләр йәшәй. 

ТалантТалант
Талант
Заманалар ниндәй генә булмаһын, бер-береһенең күңелен күтәреп, йор, мәҙәк һүҙ табып, кәрәк ерҙә, шулай, йыуатып ғүмер итәләр.
...Бер ҡыҙ  ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Үҙ машинаһында, руль артында. Әсәһен күрергә. Беҙҙең юлдарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡайтып еткәнсе, машинаның ниндәй төҫтә икәнен белеүе ауыр була, батҡаҡ төҫөндә ҡайтып инә һәр автомобиль. Был юлы ла шулай булған. 
Ҡыҙ бала әсә наҙында иркәләнгән, тыуған йорт йылыһында ҡойонған.... Иртән тышҡа сыҡһа, машинаһының тышына кемдер һүрәттәр төшөрөп киткән. Һүрәттәре ниндәй - кимәле художество мәктәбен бөткән рәссамдарҙыҡынан кәм түгел. Етмәһә, төндә төшөргәндер, нисек күргән, был урам - Йәштәр урамы - күҙгә төртһәң дә күренмәй торған ҡараңғы урам. Ярар сөй менән төшөрмәгән тиер кемдер, бындайҙың Яманһарыла булыуы мөмкин түгел, шаян кешеләр улар, яуыз түгел. Бар маҡсаттары  - кешенең кәйефен күтәреү. Ауылда үҫеп, ҡалала йәшәгән ҡыҙ, әсәһен күреүҙән дә, машинаһының биҙәлешенән дә күңеле булып, йырлай-йырлай ҡайтып киткән, йәл, һүрәттәр оҙаҡ һаҡланмай, беҙҙең юлдарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ.... 
Автор:
Читайте нас