

Алты йылым ошонда үтте, бала сағым тиһәң дә була, Ишембай интернат-мәктәбендә. Мине 11 йәшлек көйө биргәндәрендә шулай атала ине: интернат-мәктәп. Туҡһанынсы йылдар башында мәртәбәһе оторо күтәрелеп китте - гимназия интернат булды. Республикала икенсеһе, беренсеһы Өфөлә. Хәйер, был уҡыу йортоноң мәртәбәһе минең өсөн гел юғары булып ҡаласаҡ, ауылдан килгән малай ысын педагогтарҙы ошонда күрҙе.
Ҡыҫҡаһы, ун берҙе тамамлап, сығып киттек. БДУ-ға. Ошонда алып барып ташланылар яҙмыш елдәре, башҡорт филология факультетына. Ятаҡ беренсе һанлы. Хәле ҡот осҡос. Беҙҙең интернат менән сағыштарғанда.... Сағыштырғы ла килмәй. Етмәһә, гел эсәләр. Туҡһанынсы болалы йылдар бит, хәҙер нисектер, ул саҡта эскелек көслө ине. Студенттың бар белгәне - ҡайҙан араҡы табырға. Әлбиттә, бөтәһе лә түгел, әммә эскәндәр күп ине. Башҡаларҙы һөйләп, үҙен маҡтап ултыра тимәгеҙ, минең дә шул хәл, уҡырға бараһыңмы-юҡмы, башта күбеһенсә мәжлескә бәйле уйҙар.
Аслыҡ та көслө. Нимәһе ҡыҙыҡ: ашарға алырға аҡса йәл, уныһы ла күп түгел, араҡы алғанда ла, аҙ-маҙ ҡабырлыҡ тәғәм алаһың, стаканды күтәргәндән һуң, артынан нимәлер еҫкәп ҡуйһаң да етә. Ауылдаш Салауат та бында уҡый. Журналистикала. Ул минән биш йәш самаһы оло. Ятаҡта тормай, Черниковкала, ниндәйҙер туғанының фатирында йәшәй. Йыш ҡына унда булам. Трамвай буш йөрөтә, тик оҙаҡ бара, сәғәттән ашыу ваҡыт тыҡылдап бараһың. Маршрут автобустары аҡса һорай. Башты алйотҡа һалып (түләргә аҡса юҡ), бушлай ултырып барған мәлдәр ҙә булды. Халыҡ күп, тығын, араһында юғалып ҡалып була ине. Тик бер тапҡыр ғына тоттолар, уныһын да ла сығып ҡастыҡ, куртканың еңенән тотоп маташтылар, ең йыртыла яҙҙы, әммә тота алманылар.
...Ауылдаштарҙың ҡайғыһы уртаҡ - ҡайҙан нимә табырға. Бер мәл бик йәтеш сәбәп табылды. Армияға китә бит егеттәр. Призывной пункты беләбеҙ. Кис һайын беҙ шунда. Яҡташтарҙы эҙләйбеҙ. Әрмегә тип китеп барған бай була. Ошо призывная кампания ваҡытында байҙарса йәшәп ҡалдыҡ, көн дә байрам, көн дә туй. Бер саҡ милиция тотоп алып китте, эш боҙғанбыҙ инде, ботҡа дубинка эләкте, аҙаҡ, бер нисә сәғәттән, әллә йәлләп (ауылдан килгән байғоштар тип алдағайныҡ, документтарыбыҙ юҡ) беҙҙе сығарып ебәргәйнеләр.
Өфө - ҙур ҡала, яҡташтар ҙа байтаҡ. Аралашҡандарына йөрөшәбеҙ. Бер мәл БДПУ ятағына киттек. Унда ауылдаш ҡыҙ йәшәй. Һай йәш саҡтағы мәжлестәр! Шау-шыу, көлкө, ҡысҡырыш, шаяртыуҙар. Төнө буйы ултырһаң да арымайһың, хәҙер генә ул, саҡ ҡына ултырҙыңмы, туйҙыра, тауышҡа баш ауырта башлай.
БДПУ-ға юҡ-юҡта кергеләй инек, Гөлнараға рәхмәт, гел яҡты йөҙ күрһәтте, әхирәттәре лә, үҙенә оҡшап, алсаҡтар ине. Бер Күгәрсен районы ҡыҙы хәтерҙә ҡалған, хәтәр сибәр ине, сәстәре ҡап-ҡара, күҙҙәре зәп-зәңгәр....
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды.